Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 18:40

35-се пациент вафат булды

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 35-се пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 35-се пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.
Ул – Белорет ҡалаһынан 55 йәшлек ханым. Республиканың Һаҡлыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын шәкәр диабетынан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе липоматозынан (ағза тейешенсә эшләүҙән туҡтай – ред.) яфаланған.
Статистикаға ярашлы, 2020 йылдың 22 сентябренә республикала 8 487 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Тәүлегенә 35 пациентҡа артҡан. Хәҙер 41 сирле дауаханала, уларҙың өсәүһе – ауыр хәлдә. Бер кем дә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж түгел. Ә 510 кеше өйҙә дауалана.
Бер тәүлектә – 11, йәмғеһе 7 901 пациент вирусты еңгән.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда 108 кешелә дауахананан тыш пневмония диагнозы раҫланған, 96-һы һауығып сыҡҡан.
Башинформ.
Читайте нас: