Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 15:05

"Экохәстәрлек" ил буйлап атлай

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Экохәстәрлек” проекты бөгөнгө көндә 17 төбәктең 3000 мәктәбендә тормошҡа ашырыла.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Экохәстәрлек” проекты бөгөнгө көндә 17 төбәктең 3000 мәктәбендә тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда был йүнәлештә эш Өфө ҡалаһында, Октябрьский һәм Бәләбәй райондарында алып барыла. Батарейкалар өсөн махсус контейнерҙар барыһы 200 мәктәптә ҡуйылған.
Өфөнөң 74-се мәктәбе ҡулланыштан сыҡҡан батарейкаларҙы йыйыуҙы үҙенсәлекле итеп ойошторған. Уҡыу йортоноң социаль селтәрҙәрҙәге биттәрендә проектҡа бағышланған фото конкурс иғлан ителә. Уҡыусылар фотоларын #74батарейкисдавайте хештегы менән бик теләп урынлаштыра. Бындай әүҙемлек мәктәпкә батарейкалар йыйыу буйынса иң алғы рәткә сығырға ярҙам итә. Уҡыуҙар башланып, ике аҙна үтеүгә барлығы 12 контейнер тултырылған да инде.
Читайте нас: