Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 12:15

Башҡортостанда түләүле тәбиғәт объекттары исемлеген төҙөйҙәр

Башҡортостанда өҫтәмә хаҡ түләп инергә мөмкин булған тәбиғәт объекттары исемлеген төҙөйҙәр.

Башҡортостанда өҫтәмә хаҡ түләп инергә мөмкин булған тәбиғәт объекттары исемлеген төҙөйҙәр.
Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығына ошондай йөкләмә бирҙе.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, халыҡ араһында популяр тәбиғәт объекттарына барған өсөн йыйымды махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен тәртиптә тотоуға һәм үҫтереүгә йүнәлтеү планлаштырыла.
Әле үк тәбиғәт парктарына ингәндә аҡса алына. Мәҫәлән, Асылыкүл һәм Ҡандракүл күлдәре янында бер кеше өсөн тәүлегенә — 150, автомобилде ҡуйған өсөн 90 һум түләргә кәрәк. Аҡса биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.
Әммә туристар ағымының ҡырҡа артыуына бәйле биләмәләрҙе йыйыштырыу һәм тәртиптә тотоу өсөн был ғына аҡса етмәй. Унан тыш, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, кемпингтарҙы, турбазаларҙы, отелдәрҙе яңыртыу талап ителә, шулай уҡ юл буйы сервисын, навигацияны камиллаштырырға кәрәк.
Ошондай йыйым индереү ял урындарында тәртип урынлаштырыуға һәм туристарға уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итергә тейеш, тип билдәләне Андрей Назаров.
Туристар өсөн йыйымды 2021 йылдың йәйенә индерергә уйлайҙар.
Башинформ.
Читайте нас: