Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 17:30

Башҡортостанда тороп ҡалған Ҡырғыҙстан граждандарын тыуған илдәренә ҡайта

Ҡаҙағстан аша транзит коридорының асылыуын көтөп, 10 көндән ашыу Башҡортостанда йәшәгән 1700 Ҡырғыҙстан гражданы бөгөн тыуған илдәренә ҡайта.

Ҡаҙағстан аша транзит коридорының асылыуын көтөп, 10 көндән ашыу Башҡортостанда йәшәгән 1700 Ҡырғыҙстан гражданы бөгөн тыуған илдәренә ҡайта.
Ырымбур өлкәһендә һәм Башҡортостанда ҡырғыҙҙарҙың күпләп йыйылыуы арҡаһында Рәсәй-Ҡаҙағстан сиген үтеү, уларҙы сығарыу ике этапта 24 һәм 25 сентябрҙә ойошторола. Көйөргәҙе районында автобустарҙы оҙатыу иртә таңдан башланды.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Юлай Ильясов «Башинформ» агентлығына был процестың ойошҡанлы барыуы, колонналарҙы юл-патруль хеҙмәте автомобилдәренең оҙатып йөрөүе тураһында һөйләне.
«Бөгөн беҙҙә күптән көтөлгән, шатлыҡ ваҡиға, тип әйтергә лә мөмкин. Транзит коридорын алған ҡырғыҙ туғандарыбыҙ, ниһайәт, тыуған иленә юллана. Беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләнек. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сыҡтыҡ, урынлаштырҙыҡ, өс тапҡыр ашаттыҡ, медицина күҙәтеүен ойошторҙоҡ. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына ҙур рәхмәт, улар беҙгә палаткалар, йылытыу пушкалары менән ныҡ ярҙам итте. Тәүҙә һағайып ҡына ҡабул иткән халыҡ, сит ил граждандарының ниндәй хәлдә ҡалыуҙарын күргәс, аҙыҡ-түлек, йылы кейем, балалар өсөн уйынсыҡтар килтерә башланы. Православие сиркәүе, мосолмандарҙың Диниә назараты ла ярҙам күрһәтте. Юлсыларға күмәкләп ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Ҡырғыҙ туғандарыбыҙға булышлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенә лә ҙур рәхмәт», — тине Юлай Ильясов.
Ҡырғыҙстан граждандары республика етәкселегенә, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә һәм халҡына ауыр минутта ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Барығыҙға ла рәхмәт. Өйгә ҡайтабыҙ тигәнде ишеткәс, ныҡ ҡыуандыҡ, хатта сәпәкәй иттек. Һәммәһе лә иртәнсәк, таңғы биштән үк әҙер, барыһының да ҡайтаһы килә. Башҡортостан халҡына, идара хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтәм. Беҙ ҡайтырға йыйынабыҙ. Аллаға шөкөр. Рәхмәттән башҡа тағы нимә әйтергә. Һеҙ беҙҙең туғандарыбыҙ. Бер ҡасан да беҙгә күрһәткән иғтибарығыҙҙы онотмаҫбыҙ», — тип һөйләне Ҡырғыҙстанда йәшәүсе Жамбек Ваузеар «Башинформ» агентлығына.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, Ҡырғыҙстан граждандарын оҙатыу өсөн транзит коридоры таңғы 6-нан ойошторолған. Республика Ҡаҙағстан менән сиккә ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарынан күсенеүҙе ойоштороу өсөн «Башавтотранс»тан өҫтәмә 9 автобус бүлгән.
Читайте нас: