Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 11:40

Бер юлы ике форум

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Урал транспорты” һәм “УралСтройИндустрия” форумдарын асыуҙа ҡатнашты. Саралар “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында бара.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Урал транспорты” һәм “УралСтройИндустрия” форумдарын асыуҙа ҡатнашты. Саралар “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында бара.
– Бөгөн беҙ бер юлы ике форум үткәрәбеҙ. Бында төҙөлөш индустрияһы һәм транспорт тармағы вәкилдәре йыйылды. Улар иҡтисадыбыҙҙың мөһим тармаҡтары һәм беҙҙең тормошобоҙҙо уңайлыраҡ итә. Беҙ сифатлы һәм уңайлы йорттарҙа йәшәргә хаҡлыбыҙ, транспорт инфраструктураһы ла үҫешергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Мин ауыр ваҡыттарға ҡарамай темптарҙы кәметмәгән төҙөлөш тармағы вәкилдәренә рәхмәтлемен. Торлаҡ төҙөлөшө тураһында һүҙ йөрөтөп, шуны билдәләргә була: 2020 йылдың һигеҙ айы эсендә беҙ 7,3 процентҡа плюс менән барабыҙ. План буйынса бөтәһе 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә йыйынабыҙ.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, транспорт тармағында ла республика киң ҡоласлы бурыстарҙы тормошҡа ашыра.
– Беҙ транспорт инфраструктураһындағы бик мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Был Көнсығыш сығыу юлы, Өфөнөң Көньяҡ тимер юлы һәм башҡа бик күп проекттар, - тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн форумдарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлемен, еңел булмаған шарттарға ҡарамай һеҙ беҙҙең саҡырыуҙан баш тартманығыҙ. Бында һеҙгә иң яҡшы эш тәжрибәләре менән алмашыныу мөмкинлеге булыр тип ышанам. Уңыштар һәм именлек һеҙгә.
Төбәк етәксеһе алдынғы төҙөлөш һәм транспорт тармағы компаниялары экспозицияларын, яңы коммуналь һәм юл техникаһын, заманса туристик һәм пассажир автобустарын ҡарап сыҡты.
Төҙөлөш тармағы вәкилдәре күргәҙмәлә торлаҡ комплекстары проекттарын күрһәтте, улар араһында Өфөнән ситтәрәк Ҡариҙел һәм Ағиҙел аръяҡтары биләмәләре лә бар ине. Радий Хәбиров балалар майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары, төҙөкләндереүҙең декоратив элементтарын етештереүсе компания тауарҙарын ҡараны, шулай уҡ йорт өсөн “аҡыллы технологиялар” өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән танышты.
Транспорт тармағының алдынғы предприятиелары стендтары буйлап йөрөп, Башҡортостан Башлығы Күмертау авиация етештереү предприятиеһын артабан үҫтереү һәм ҡеүәтен арттырыу, “Өфө” Халыҡ-ара аэропортының эске авиалиниялар терминалын төҙөкләндереү, “Ҡала электричкаһы” һәм Өфөнөң Көньяҡ тимер юлы проекттарын ҡарап сыҡты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: