26 сентябрҙә Өфөләге “Родина” кинотеатрында “Ел йыры” тип исемләнгән фильмдың премьераһы була. Ул республиканың дөйөм белем биреү ойошмалары йыйған макулатура аҡсаһына төшөрөлгән.
Акция “Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр” Бөтә Рәсәй проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Ул республикала Мәғариф һәм фән, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Балалар экология-биология үҙәге, муниципаль белем биреү ойошмалары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты – балалар өсөн илһөйәрлек, әхлаҡ, гуманизм темаларына арналған ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөү.
Икенсел сеймалды йыйыуҙа Өфө ҡалаһының, Ғафури, Шишмә, Кушнаренко райондарының 13 белем биреү ойошмаһы ҡатнашҡан. Республика уҡыусылары 174 841 килограмм макулатура йыйған. Был иһә 874 205 мең һум аҡса тупларға ярҙам иткән. Ошо суммаға төшөрөлгән фильмда башҡорт фольклоры элементтары файҙаланылған, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, мәҙәниәте күрһәтелгән, гуманистик проблемалар күрһәтелгән.
Премьерала “Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр” проекты етәксеһе Виктор Меркулов, фильм режиссеры Елена Дубровская, актерҙар, республика уҡыусылары менән осрашыу булыр тип көтөлә. Макулатураны әүҙем йыйғандар дипломдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ буласаҡ.
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.