Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән вафат булған тағы бер кеше тураһында хәбәр иттеләр.
Шулай итеп, хәҙер республикала 36 кеше COVID-19-ҙан үлгән тип иҫәпләнә.
Уҙған тәүлектә төбәктә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 35 осрағы асыҡланған. Эпидемия башланғандан алып 8 556 кеше сирләгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 53 пациент республика стационарҙарында ята, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. Ә 515 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә 48 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда 110 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған. Дауаланғандан һуң 88 кеше сығарылған.