Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 11:10

Тимурсылар ярҙамға килә

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә ярҙам өсөн “Ирекмән тимурсылар” проекты башланғыс ала.

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә ярҙам өсөн “Ирекмән тимурсылар” проекты башланғыс ала.
– Пандемия шарттарында эшләү тәжрибәһе беҙгә ни хәтлем кешегә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, ярҙам кәрәклеген күрһәтте. Иң мөһиме – битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамға әҙер булыуы. Был ярҙамды даими күрһәтеү, изге һәм әһәмиәтле ғәмәлдә йәштәрҙе берләштереү идеяһы тыуҙы, – тип билдәләй БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Яна Гайдук.
“Бергә” төбәк хәрәкәте Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында булдырған проект Президент гранттары фонды конкурсында еңеп сыҡҡан һәм даими рәүештә эшләйәсәк.
Оло йәштәге һәр кешегә 2-шәр ирекмән беркетелә, улар йыл дауамында айына ике тапҡыр килеп, фатирҙы йыйыштырырға, аҙыҡ-түлек алып килергә ярҙам итәсәк.
Ирекмәндәрҙе мотлаҡ уҡыталар, кәрәк-яраҡты ойоштороусылар бирә.
Тимурсы- ирекмәндәр эшен ноябрҙә башлаясаҡ. Быйыл проект башланғыс рәүешендә Өфө ҡалаһында эшләйәсәк, артабан бөтә республикала тараласаҡ.
Читайте нас: