Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 11:10

Уҡыу йорто ла ситтә ҡалмай

Өфө дәүләт нефть техник университеты, “Ҡаты тупраҡ” хәриә фонды һәм “#ЭКОпросвет – мәғариф учреждениеларында икенсел сеймалды айырым йыйыуҙы ғәмәлгә индереү буйынса экология программаһы” проекты етәксеһе араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә нефть университетының 13-сө корпусы һәм 11-се дөйөм ятағы алдына пластикты, алюминды, ҡалайҙы, ҡағыҙҙы, ҡатырғаны һәм туҡыманы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылды.

Был сүп-сар һауыттары университетҡа халыҡтың экологик мәҙәниәтен һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында бушлай файҙаланыуға тапшырылды.
– Уҡыу йортонда ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу студенттарға көндәлек тормошта кәрәкле мөһим экоғәҙәттәрҙе үҙләштерергә, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы айырырға, уларҙа ябай сүп-сарҙы ғына түгел, ә эшкәртеү өсөн сеймал күрергә булышлыҡ итәсәк, – тине университеттың “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу” кафедраһы мөдире Ирэн Туҡтарова. – Был ғәмәлебеҙ менән беҙ республика халҡын ошо мөһим эшкә ҡушылырға, ҡалдыҡтар полигондарына баҫымды кәметергә саҡырабыҙ.
Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, яуаплылығын арттырыу проекттың төп йүнәлештәренең береһен тәшкил итә.
Читайте нас: