Ниһайәт, халыҡ көтөп алған ауыл хужалығы йәрминкәләренең дә ваҡыты етте. Крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтар, эшҡыуарҙар өсөн ул үҙ продукцияһын һатыуға сығарып, аҡса эшләү форсаты булһа, һатып алыусыларға иһә сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек йыйнау мөмкинлеге. Йәрминкә, ғәҙәттәгесә, ҡала автовокзалы янындағы майҙансыҡта үтә.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары күренмәһә лә, йәшелсә, емеш-еләк, йорт кәрәк-ярағын тәҡдим итеүсе шәхси хужалыҡтар, эшҡыуарҙар, шулай уҡ бал һатыусылар байтаҡ ине. Халыҡ айырыуса картуф һатылған ерҙә мәж килде. Ер алмаһының биҙрәһе өсөн 150 һумдан 200 һумғаса хаҡ ҡуйылған. Бигерәк тә картуфтың аҡ сортлыһы үтемле икән.
- Аллаға шөкөр, картуф уңды быйыл - ике баҡса тултырып уңыш алдыҡ. 100 биҙрәһен ашарға алып ҡалып, 300-өн һатырға ниәтләйбеҙ. Картуф ултыртыу нисек кенә мәшәҡәтле булмаһын, йүнен күргәндә, байтаҡ килем алырға мөмкин, - ти Мөхәмәт ауылынан Зәмзилә һәм Хәйҙәр Хәлиловтар.
Эшҡыуарҙар тәҡдим иткән емеш-еләк, йәшелсә хаҡы ла кибет хаҡтарынан ҡайтышыраҡ. Бер килограмм өсөн: помидор - 45-52, татлы борос - 38-60, кәбеҫтә - 18-20, баклажан - 40, һуған - 17-20, һарымһаҡ - 180-220, кишер - 25 һум тора. Емеш-еләккә килгәндә, слива - 75-85, виноград - 80-120, алма - 75-100, персик - 100-120 һум самаһы.
Оло быуын кешеләре һатыуға сығарған миндек, дарыу үләндәре, сәйҙәр, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡ-бейәләйҙәр, быймалар, балта, көрәк һаптары, селек һепертке, ултырғыс-батмандар, баҡса, урман емештәре лә бар йәрминкәлә. Ҡайын, аҡ шыршы миндеге - 50 һум булһа, имәндеке - 100 һум. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне кеүек шифалы үләндәрҙең бер тотамы 50 һум. Бынан тыш, ҡайын ороһо, боланут кеүек файҙалы сәйҙәр ҙә әллә ни ҡиммәт түгел.
Силәбе өлкәһе Агаповка ауылынан килеп сәскә-гөлдәр менән һатыу иткән Лилиә ханымдың да эштәре көйлө бара. Ике тиҫтә йыллап был өлкәлә уңышлы эш алып барған хужабикә һатып алыусылары менән сәскә үҫтереү серҙәре менән дә уртаҡлаша.
Балдың да ниндәй генә төрө юҡ. Йүкә балының 3 литры - 2400-2700 һум, сәскәнеке - 2000-2300, ҡарабойҙай балы 1800-2100 һум тора.
Көҙҙөң уңыш вә бәрәкәт байрамы - йәрминкәләр алдағы ял көндәрендә лә дауам итәсәк.