Башҡортостанда COVID-19 раҫланған 57 һәм 70 йәшлек ике ир донъя ҡуйған, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Өфөлә йәшәгән 70 йәшлек ирҙә, коронавирустан тыш, гипертония сире булған.
Ә 57 йәшлек ир (ул да Өфөнән) юғары ҡан баҫымынан һәм икенсе типтағы шәкәр диабетынан яфаланған.
Хәҙер республикала коронавирустан вафат булғандарҙың дөйөм һаны 41 кеше тәшкил итә.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 42 яңы осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 8 790 COVID-19 осрағы раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 62 кеше – стационарҙа, 573-ө өй шарттарында дауалана. Бер пациенттың хәле ауыр. Тәүлек эсендә 22 кеше һауығып сыҡҡан.
Бер тәүлектә республикала 151 кешелә пневмония асыҡланған. Үпкә шешеүенән һауыҡҡан пациенттар — 88.