Благовещенда йыл аҙағына 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.
Уның өсөн аҡса республика бюджетынан бүленгән, проекттың дөйөм хаҡы 131,3 миллион һумға баһалана. Төҙөлөш майҙансығында эштәр бер йыл элек башланған, хәҙер объекттың әҙерлеге 70% тәшкил итә. Яңы балалар баҡсаһында – 12, шуларҙың дүртәүһе ясле төркөмө була.
«Демография» милли проекты сиктәрендә республикала 3228 урынлыҡ 22 балалар баҡсаһы һалынды. 2020 йылда 3 890 урынға иҫәпләнгән 24 учреждение төҙөлөргә тейеш. Беренсе булып Өфө янындағы Чесноковка ҡасабаһында мәктәп-балалар баҡсаһы тамамланды, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.