Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 16:55

Стәрлетамаҡта икенсе ҙур йоғошло сирҙәр дауаханаһы төҙөлә

Башҡортостанда икенсе ҙур инфекция дауаханаһын төҙөргә кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда икенсе ҙур инфекция дауаханаһын төҙөргә кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Был турала ул 3 октябрҙә Зубов ауылында пациенттар менән тулған йоғошло сирҙәр үҙәгендә булғандан һуң әйткәйне. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, яңы ковид-госпиталде Стәрлетамаҡта төҙөргә кәрәк. Премьер-министр Андрей Назаров ҡалала ике майҙансыҡ билдәләнеүен, әгәр ҡарар ҡабул ителһә, эштәрҙең башланасағын хәбәр итте.
Икенсе йоғошло ауырыуҙар үҙәге сираттан тыш проект була, ул башҡаларҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡытын күсереү иҫәбенә һалына, тип аңлатты республика Башлығы.
Өфө инфекция үҙәге бюджетҡа 3,5 миллиард һумға төштө һәм рекордлы – ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төҙөлдө. Стәрлетамаҡтағы яңы дауахананы 15 декабргә файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Был мәсьәләне Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән телефон һөйләшеүендә тикшерҙем, ул был ҡарарҙы хупланы, тип хәбәр итте ул. Төҙөлөш өсөн федераль берлектә финанслауҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре ҡарала.
Башинформ.
Читайте нас: