-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 11:30

65 йәштән өлкәндәр һәм сит ил кешеләре өсөн йәнә үҙизоляция режимы индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.
2 октябрҙән республикала 65 йәштән өлкәндәр үҙизоляция режимына ҡайтырға тейеш. Урамға аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алырға сығырға, баҡсаға йәки элемтә хеҙмәттәре ойошмаларына ғына барырға мөмкин. Шулай уҡ ололарға табип тәғәйенләүе буйынса грипҡа ҡаршы вакцинация үтергә тәҡдим ителә.
«Рәсәйҙең башҡа граждандарының, республика биләмәһендәге сит ил, шулай уҡ гражданлығы булмаған кешеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләргә», — тиелә указдың үҙгәртелгән пунктында.
Республикала бизнесҡа хәүеф төркөмөнә ҡараған хеҙмәткәрҙәргә грипҡа ҡаршы вакцинация үткәрергә тәҡдим ителә.
Башинформ. Фото: rubadm.ru