Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 14:05

Исҡуштыларға байрам бүләге

Республика көнө алдынан Исҡуштыла фельдшеракушерлыҡ пунктын рәсми асыу тантанаһы булды. Унда Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Виктор Чубик, Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Йосопов, Инйәр участка дауаханаһы баш табибы Зариф Суфьянов һәм башҡалар ҡатнашты.

Республика көнө алдынан Исҡуштыла фельдшеракушерлыҡ пунктын рәсми асыу тантанаһы булды. Унда Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Виктор Чубик, Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Йосопов, Инйәр участка дауаханаһы баш табибы Зариф Суфьянов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡасандыр, был яҡтарҙа урман хужалығы гөрләп торғанда, йәш белгестәрҙең тыуған яҡтарына күпләп ҡайтҡан осоронда, Исҡушты ауылының да үҙ участка дауаханаһы була. Оптималләштереү менән бергә 66-сы йылдарҙа төҙөлгән Исҡушты участка дауаханаһының да фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡалдырылыуы, бинаның да яйлап эшлектән сыға барыуы халыҡ файҙаһына хәл ителмәй. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарының сафҡа инә барыуы исҡуштыларҙың авария хәлендә тип табылған бинаһына алмашҡа яңыһын төҙөү мөмкинлеге бирҙе.
Бына бөгөн шундай модулле медицина учреждениеһы Исҡушты ауылында бер нисә ай эсендә төҙөлдө лә. Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән ағас бинаны яңыһы алмаштырҙы. Ҙур ауылдарҙа медицина учреждениеһы өсөн бина капиталь төҙөлә, ә бына бәләкәйҙәрендә блок-модуль технологияһы ярҙамында тиҙ төҙөп ултыртыла торған ФАП-тар киң танылыу ала бара. Исҡушты модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ла Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһы нигеҙендә асылды.
«Республикала 2 меңдән ашыу фельдшер-акушер лыҡ пункты бар. Уларҙың яртыһынан күбеһен төҙөкләндереү кәрәк. 400-ө авария хәлендә, улар урынына яңы биналар һалына», - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Бинала хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн бар уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Бында фельдшер ҡабул итеү, процедуралар, прививка яһау, күҙәтеү, санитар-көнкүреш кабинеттары, килеүселәр көтөп ултырыр урыны бар. Пункт тейешле мебель һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. ФАП-ты төҙөү һәм монтажлау, электр уты һәм һыу үткәреү, кәрәкле йыһаздар, мебель һатып алыу республика һәм район ҡаҙнаһынан башҡарылды. Биләмәне төҙөкләндереү, канализация соҡоро ҡаҙыу, тирә-яғын кәртәләү, уны буяу, ҡырсынташ түшәү кеүек эштәр битараф булмағандар ярҙамында атҡарылды. Ә ундайҙар әлеге көндә иҫәпле генә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының тирә-яғын төҙөкләндереүҙә шулай уҡ Асы ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Исҡушты ауылы халҡы ла ҡатнашты. Береш эшҡыуары, һәр башланғыста ла ярҙам ҡулы һуҙған Фәтҡелислам Ғәйнетдинов был юлы ла һынатманы . Экскаватор ярҙамында торба һалынды, эре таштар түшәлде.
Хәҙер Исҡушты ауылы фельдшеракушерлыҡ пунктында 144- тән ашыу кешегә (улар араһында йөклө ҡатынҡыҙҙар ҙа бар), шул иҫәптән 28 балаға, беренсел медик-санитар ярҙамы урында күрһәтеләсәк.
Ауыл халҡын 1996 йылда Өфө медицина колледжын тамамлап, Исҡушты ауылында төпләнеп, донъя ҡорған Элиза Скоробогатова хеҙмәтләндерә.
- Тыуған ауылымда ҡалғаныма бер ҙә үкенмәйем. Участка дауаханаһы булған осорҙа эшләп, оло апайағайҙарҙан тәжрибә туплап өлгөрҙөм. 2014 йылда дауахана рәсми ябылғас, белемемде артабан камиллаштырып, фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер булып урынлаштым. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауылда ла эш етерлек. Халыҡтың күберәге тын юлы, остеохондроз, гипертоник кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт итә. Миҙгел ауырыуҙары йышайҙы. Әлеге ваҡытта халыҡҡа гриптан вакцинация эшләйбеҙ. Килә алмағандарҙың өйҙәренә барабыҙ, - ти Элиза Ринат ҡыҙы.
Ауыл фельдшеры ике тиҫтә йылдар дауамында медицина ярҙамы ғына күрһәтеп ҡалмай, Инйәргә йөрөп тимер юлында эшләүсе тормош иптәше Вячеслав менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Оксана ла әсәһе юлынан китеп, Башҡорт дәүләт медицина университетының II курсында уҡый. Максим Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында белем алһа, Данис - Мулдаҡай мәктәбе уҡыусыһы. Скоробогатовтар ауылда эш, башҡа структуралар юҡ тип, ситкә китмәй, үҙ ерендә ҡалған ғаиләләрҙең береһе. Емертеп йәшәй ҙә, эшләй ҙә белә.
- Фельдшер-акушерлыҡ пунктына процедуралар алырға килгәндә, һыуыҡ бинанан, түшәменең емерелеп төшөүенән ҡурҡа инек. Хәҙер бына яҡты, йылы, бар уңайлыҡтары булған яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йөрөйбөҙ инде, - тип ҡыуана Исҡушты ауылы халҡы яңы медицина учреждениеһына.
Читайте нас: