Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 13:15

Гөлләмә, балдаҡ...һәм бысаҡ

Ҡанлы ғауға Белорет дөйөм ятаҡханаларының береһендә теркәлә. Дауаханаға эсенә бысаҡ менән сәнселгән 43 йәшлек ҡатынды килтерәләр. Уға 51 йәшлек тормош иптәше тән йәрәхәте һала.

Ҡанлы ғауға Белорет дөйөм ятаҡханаларының береһендә теркәлә. Дауаханаға эсенә бысаҡ менән сәнселгән 43 йәшлек ҡатынды килтерәләр. Уға 51 йәшлек тормош иптәше тән йәрәхәте һала.
Бер нисә ай элек ҡатын иренең “һул”ға йөрөгәнен һиҙеп ҡала һәм уны ҡыуып сығара. Ике айҙан һуң аҡылына килгән ғаилә башлығы хәләле менән ярашырға теләп рауза гөлләмәһе, балдаҡ тотоп янына бара. Әммә уйлағаны алдына килмәй. Йәмәғәте уны уҡлау менән ҡаршы ала. Алып килгән сәскәһе иһә дөйөм ятаҡтың коридорына оса. Бындай боролошто көтмәгән ир үпкәләй һәм магазинға барып бысаҡ һатып алып, кире юлда ҡатынының эсенә бысаҡ ҡаҙай.
Әлеге көндә енәйәтсе ҡулға алынған. Ғәйебен тулыһынса таный.
Читайте нас: