-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 16:10

65 йәштән өлкәндәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде

Өфөлә предприятие етәкселәренә, ниндәй милек формаһында булыуға ҡарамаҫтан, 65 йәштән өлкәндәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде, тип белдерҙе баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радмил Мөслимов мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.

«Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша, беҙҙең өсөн һаҡлыҡ сараларын көсәйтеү мөһим», — тип билдәләне ул.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, Өфөлә 3 931 кеше сирләй. Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар уҙған аҙна менән сағыштырғанда 32% кәмегән. Ләкин ОРВИ менән сирләү осраҡтары күп, үткән аҙна менән сағыштырғанда үҫеш — 10,7%.
Сирлеләрҙең дөйөм һанынан яртыһы тиерлек (48%) – предприятие хеҙмәткәрҙәре. Шуға бәйле барлыҡ производстволарҙа шәхси һәм дөйөм гигиенаны көсәйтергә, битлек кейергә, социаль дистанцияны һәм дезинфекция режимын һаҡларға кәрәк, тип билдәләне Роспотребнадзор вәкиле.
Башинформ.