Ил Башлығының май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ эшен асырға теләүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Яңыраҡ муниципаль район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвестор Белоретта антикафе асыу идеяһын тәҡдим итте. Был ял итеүҙең, эшлекле осрашыуҙарҙың, дуҫтар менән йыйылыуҙың, яңы кешеләр менән аралашыуҙың йәки яңғыҙ ваҡыт уҙғарыуҙың яңы тәртибе. Антикафеға килеүселәр хеҙмәтләндереү йәки туҡланыу өсөн түгел, ә унда уҙғарған ваҡыт өсөн түләй. Эсемлектәр, аш-һыу, телевизор ҡарау, интернетта ултырыу, китап-журнал уҡыу мөмкинлеге бушлай тәҡдим ителә.
Проекттың төп маҡсаты – үҙҙәре белгәне менән уртаҡлашырға, яңы идеяларҙы күтәреп алырға әҙер булған кешеләрҙе берләштереү, төрлө өлкәлә үҫешеү өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыу.
Проект авторы маҡсатын тормошҡа ашырыуҙа бина мәсьәләһе менән ярҙам итеүҙәрен һораны.