Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 13:20

Бөтә Рәсәй олимпиадаһына теркәлеү башланды

8 октябрҙән студенттарҙың "Мин - профессионал" Бөтә Рәсәй олимпиадаһына теркәлеү башланды. 20 октябргә ҡарата Башҡортостандан унда ҡатнашыу өсөн дүрт меңдән ашыу заявка бирелгән.

8 октябрҙән студенттарҙың "Мин - профессионал" Бөтә Рәсәй олимпиадаһына теркәлеү башланды. 20 октябргә ҡарата Башҡортостандан унда ҡатнашыу өсөн дүрт меңдән ашыу заявка бирелгән.
Билдәле булыуынса, "Мин – профессионал" – "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" платформаһының флагман проекттарының береһе, ул илдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Теркәлеү 24 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Тәүге 12 көн эсендә ҡатнашырға теләгәндәр һаны 122 меңдән ашҡан. Ғаризалар һаны буйынса алдынғы биш төбәк иҫәбенә Башҡортостан да ингән.
2020-21 уҡыу йылында "Мин – профессионал" 72 йүнәлеш буйынса үткәрелә. Проектта Рәсәй юғары уҡыу йорттарының бакалавриат, магистратура, специалитет студенттары ҡатнаша ала. Һәр кем үҙ көсөн бер йәки бер нисә йүнәлештә һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостан студенттары араһында иң популяр йүнәлештәр булып әлеге ваҡытта "Дауалау эше һәм педиатрия", "Стоматология", "Биология", "Химия" һәм "Экология" тора.
Уҡыу йорттарына килгәндә, иң әүҙем бишәүҙе билдәләргә була. Улар - БДМУ, БДУ, ӨДАТУ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм ӨДНТУ.
Олимпиаданың онлайн һайлап алыу этабы 27 ноябрҙә башлана. Ҡатнашыусылар бар эштәрҙе лә дистанцияла башҡарасаҡ. Һайлап алыуҙы уңышлы үткән студенттар һуңғы этапҡа саҡырыу ала. Ул 2021 йылдың февраленән апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр майҙа билдәле буласаҡ.
Читайте нас: