Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 15:00

“Ҡарағайлы кѳҙҙәре”нән рухи ләззәт алып

Күңел моңдары менән бүлешер йылы осрашыуҙарҙы ғәҙәт итеп, ошо кѳндәрҙә Сосновка ауыл “Тамыр” модель китапханаһында “Ҡуңыр буға” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан етенсе тапҡыр “Ҡарағайлы кѳҙҙәре” исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.

Күңел моңдары менән бүлешер йылы осрашыуҙарҙы ғәҙәт итеп, ошо кѳндәрҙә Сосновка ауыл “Тамыр” модель китапханаһында “Ҡуңыр буға” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан етенсе тапҡыр “Ҡарағайлы кѳҙҙәре” исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.
Унда һәр йылдағыса мәртәбәле ҡунаҡтар, “Ҡуңыр буға” ойошмаһы ағзалары, үҙешмәкәр артистар, ағинәйҙәр ҡатнашты.
Әйткәндәй, китапханаға уҙыр алдынан барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән заманса яңыртылып, күптән түгел үҙ ишектәрен асҡан Сосновка мәҙәниәт йортон байҡап сыҡты.
Урындағы “Ағинәй” ойошмаһы ағзаларының йырлы сәләме менән башланып киткән кисәне тәбрикләп, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Кинйәбулат улыМѳхәмәтйәров бындай осрашыуҙарҙың рухыбыҙҙы байытыуын, телгә, әҙәбиәткә ҡарата һѳйѳү уятыуын билдәләне; уны ойоштороусы “Ҡуңыр буға” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәүлит Кәримовҡа, китапхана мѳдире Мѳнирә Ғәйфуллинаға, һәр сараның уртаһында ҡайнаған Сосновка ауылы ағинәйҙәренә оло рәхмәтен белдерҙе.
2014 йылдың октябренән алып һәр йыл һайын уҙғарылып килгән “Ҡарағайлы кѳҙҙәре”нең эстәлеге йәһәтенән бер кәлимә һүҙ әйтелгәс, кисәнең тәүге ѳлѳшѳндә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Белорет шағирәһе Нина Зиминаның Мәүлит Кәримов тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән поэтик әҫәрҙәрен яттан һѳйләү буйынса видеоконкурс еңеүселәре бүләкләнде. Интернет киңлектә күпселек тарафынан хупланған ҡатнашыусылар: I урын яулаусы Нәфисә Заһретдинова (Сосновка), II урынға сығыусы Фәрзәнә Хәйбуллина (Үткәл), III урын менән билдәләнеүсе Сулпан Алсынбаева (Үҙәнбаш) “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” журналдарының ярты йыллыҡ подпискаһы һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ижади конкурстан ситтә ҡалмаған шиғриәткә ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар - Үҙәнбаш ауылынан Зѳлхизә Асапова, Римма Ғәлимйәнова, Әлиә Ғәлиуллина, Үткәлдән Бибисара Йәнгәрәева, Сосновка ауылынан Рәшиҙә Зарипова ла иҫтәлекле бүләктәр, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Тәбрикләнеүселәр йәнә бер тапҡыр конкурс шиғырҙарын да һѳйләп ишеттерҙе.
Әҙәби-музыкаль кисәнең икенсе ѳлѳшѳ Урал аръяғының ижади кѳстәрен берләштереүсе “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының урыҫ теленә тәржемә ителгән шиғри йыйынтығына арналды. Бѳрйән районында йәшәүсе талантлы шағир, тәржемәсе Булат Нуриәхмәт улы Усманов тәржемәһендә Учалы ҡала типографияһында күптән түгел донъя күргән “Ҡуңыр Буға йондоҙлоғо аҫтында” (“Под созвездием Бурого Тельца”) китабында Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы райондары авторҙарының (йәмғеһе 22 автор) бер шәлкем шиғырҙары тупланған. Йыйынтыҡтың исем туйына килергә форсат тапҡан ижадсылар - Иҙел башынан Нәркәс Йомағужина, Светлана Ғиләжева, Алһыу Тимерова, Әбйәлил районынан Гүзәл Әхмәҙиева, Мәрйәм Сәлмәнова, Зѳһрә Кашапова әле буяу еҫтәренән дә арынмаған ѳр-яңы китапты ҡулдарына алып, үҙҙәрен дәртләндереп, ҡанатландырып тороусы, яңы ижади үрҙәргә әйҙәүсе “Ҡуңыр буға” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәүлит Кәримовҡа, шиғырҙарҙың мәғәнәүи теүәллеген һүҙмә-һүҙ тигәндәй һаҡлап урыҫ теленә тәржемәләгән Булат Усмановҡа, Учалы ҡалаһының “Ѳлкәр” хәйриә фонды етәксеһе Мәүлит Ямалетдиновҡа ҙур рәхмәттәрен еткерҙеләр, бер уңайҙан йыйынтыҡта баҫылған күңел моңдарынан да “ауыҙ иттерҙеләр”.
Сара һуңында һүҙ алған ҡунаҡтар бының ише осрашыуҙарҙың мѳһимлеген, күңелде матур тәьҫораттарға, хәтирәләргә байытыуын билдәләне.
“Урал” гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, үҙ сиратында, Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата ойошторолған конкурста ҡатнашыусыларға республика һәм Белорет район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаларының Рәхмәт хатын, “Урал” гәзитенең иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Редакция бүләге менән шулай уҡ Нина Зимина лирикаһына арналған видеоконкурс еңеүселәре лә тәбрикләнде. Ағинәйҙәр
иһә үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарҙа рухи остаздарҙың береһе Мәүлит Ямалетдиновты Салауат Юлаев орденына лайыҡ булыуы менән ҡотланы.
Үҙешмәкәр артистарҙың - Полина Борисованың дәртле бейеүе, Иршат Шәғәлин, Илнур Әхмәтшин, Рима Йосопованың йыр-моңдары, Земфира һәм Мәүлит Кәримовтарҙың интермедияһы үҙенсәлекле кисәгә байрам тѳҫѳ бирҙе. Осрашыу һәр ваҡыттағыса тәм-томло сәй табыны һәм ихлас гәпләшеүҙәр менән тамамланды.
Читайте нас: