Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 12:35

Стәрлетамаҡ инфекция үҙәгендә ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция блоктары була

Әле Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙанында 123 кеше һәм 47 берәмек техника эшләй.

Әле Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙанында 123 кеше һәм 47 берәмек техника эшләй.
Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, артабан уларҙың һаны арттырыла, сөнки декабрь башында медицина учреждениеһы тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә тейеш.
«Бәлки, объектты «йоғошло сирҙәр дауаханаһы» тип әйтергә кәрәкмәйҙер. Ул күпкә ҙурыраҡ – функционалы, йыһазландырыу һәм тышҡы күренеше буйынса донъя кимәлендәге үтә заманса медицина үҙәгенә яҡыныраҡ. Унда республикала йәшәүселәр иң уңайлы шарттарҙа дауалана алыр. Яҙ көнө менән сағыштырғанда, беҙ планканы тағы ла юғарыраҡ күтәрҙек һәм, Зубов ауылындағы инфекция үҙәгенән айырмалы рәүештә, бында ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция бүлексәләрен булдырырға хәл иттек», - тине Андрей Назаров.
Республика премьер-министры хәбәр итеүенсә, әле корпустар өсөн ете нигеҙ һалынған, ваҡытлыса электр үткәрелгән. Аҙна аҙағына тиклем беренсе һәм икенсе корпустарҙың металл конструкцияһын йыйыу планлаштырыла.
Башинформ.
Читайте нас: