-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 17:10

«Предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ»

Коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, «предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ», тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, «предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ», тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар институты инфекция менән көрәшә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала барлыҡ предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эш урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе тәьмин итеү өсөн ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһы индерелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов белдереүенсә, бөгөнгә 4771 инспектор билдәләнгән. Уларҙың 122-һе – муниципаль берәмектәр хакимиәтендә, 72-һе – власть органдарында һәм 4573-ө – ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙа. Үткән аҙнала ҙур предприятиеларҙың күпселегендә ковидҡа ҡаршы инспекторҙар тәғәйенләнгән. 22 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, сәнәғәт предприятиеларында 292 инспектор эшләй. Бынан тыш, ҙур сауҙа селтәрҙәрендә, сауҙа үҙәктәрендә ковидҡа ҡаршы инспекторҙар бар.
Ринат Бәширов әйтеүенсә, был режимды аныҡ үтәү яҙ көнө республика предприятиеларын карантинға ябыуға альтернатива булып тора.
Радий Хәбиров тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең Контроль идаралығы тикшереүен билдәләне. Әлеге ваҡытта тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 21 объектта режим үтәлмәй.
«Мәҫәлән, Учалы районы хакимиәтендә үткәреү режимы ойошторолмаған, температураны үлсәмәйҙәр. Был осраҡта нимә хаҡында һөйләй алабыҙ һуң? Бик күп предприятиелар беҙҙе ишетә һәм ошо режимды үтәй. Хәҙер был – иң мөһиме. Хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ. Әммә был тынысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай», - тине республика етәксеһе.