Башҡортостанда 2020 йылда тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан яңы тыуған малайҙар араһында – 17, ә ҡыҙҙар араһында 13 үҙенсәлекле исем ҡушылған.
Республикала Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар тәрбиәләнә.
Ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре – Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралиә, Элия.
Исем-шәрифтәрҙе үҙенсәлекле варианттарға алмаштырыуға килгәндә, быйыл Башҡортостандың ЗАГС бүлектәрендә бындай осраҡтар теркәлмәгән.