Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 16:30

Беҙҙәге кеүек госпиталде ете төбәк төҙөмәксе

Быйыл 1 декабрҙә Стәрлетамаҡта клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге файҙаланыуға тапшырыла.

Быйыл 1 декабрҙә Стәрлетамаҡта клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге файҙаланыуға тапшырыла.
Был үҙәк – республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлгән икенсе объект. Тәүгеһе быйыл яҙ Өфөлә ни бары 55 көн эсендә төҙөлгәйне. Үҙәк проектына Рәсәй төбәктәре лә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Мәскәүҙә үткән “Сәләмәт йәмғиәт” форумындағы сығышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо турала белдерҙе.
– Стәрлетамаҡта төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәге донъяла иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Рәсәй Федерацияһының ете төбәге беҙгә тәжрибә үҙләштерергә килде. Ике төбәктә беҙҙең проект буйынса төҙөлөш бара, ҡалған бишәүһе беҙҙәге госпиталде өлгө итеп алмаҡсы, – тине ул.
Андрей Назаров шулай уҡ республика етәкселегенең төбәктә фармацевтиканы үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүен билдәләне, сөнки тармаҡ пандемия шарттарында яңы вакциналар йәки дарыуҙар етештерә башлауға әҙер булырға тейеш.
Мәғлүм булыуынса, “Сәләмәт йәмғиәт” форумы 27 октябрҙә Мәскәүҙә “Рәсәй бөгөн” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының халыҡ-ара мультимедиалы матбуғат үҙәге майҙансығында ойошторолдо. Эксперттар коронавирус таралыуы шарттарында һаулыҡ һаҡлау системаларының эше, халыҡты вакцинациялау, пандемия осоронда яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш мәсьәләләре, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау системаһының кадрҙар потенциалы буйынса фекер алышты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: