Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 18:55

COVID-19 ҡорбандары 51-гә етте

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар көндән-көн күбәйә. Вирустан тағы бер кешенең ғүмере өҙөлдө.

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар көндән-көн күбәйә. Вирустан тағы бер кешенең ғүмере өҙөлдө.
27 октябрҙән 28-енә республикала тағы 86 кеше ауырып киткән. Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 10 501 осраҡ асыҡланған.
Әлеге ваҡытта 963 кеше ошо сирҙән дауалана: 195-е - стационарҙа табиптар күҙәтеүендә, 768-е - өйҙә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, тағы бер пациент коронавирустан вафат булған. Хәҙер Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары - 51 кеше.
Башинформ.
Читайте нас: