Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 17:00

Министрлыҡ коронавирусты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ярҙам итергә тейешле препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ярҙам итергә тейешле препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы.
Тәүге осраҡта, ведомство вәкилдәре мәғлүмәттәре буйынса, умифеновир, рекомбинантлы интерферон альфа (ИФН-α), ә сирле менән бәйләнештә булғандан һуң гидроксихлорохин ярҙамға килә.
Рекомбинантлы ИФН-α тамсылары һәм спрейы һау-сәләмәт кешеләргә, өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға COVID-19 йоҡтороу хәүефен кәметә. Шулай уҡ профилактика өсөн өс аҙна дауамында аҙнаһына ике тапҡыр 200 мг умифеновир тәҡдим ителә.
Әгәр коронавирус йоҡторған кеше менән бәйләнештә булһағыҙ, умифеновир менән бергә гидроксихлорохин йәки рекомбинантлы интерферон менән һаҡланырға кәрәк.
COVID-19 диагнозы раҫланған осраҡта, фавипиравир, гидроксихлорохин, азитромицин (гидроксихлорохин менән бергә), интерферон-альфа, ремдесивир, умифеновир препараттарын ҡулланырға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас: