Янғындарҙы ваҡытында ауыҙлыҡлау, артабан көсәйеүенә юл ҡуймау күпселек осраҡта янғын һүндереү техникаһының төҙөк булыуынан килә.Районда дүрт янғын часы ауыл ерендә урынлашҡан. Үрге Әүжән, Тирлән һәм Инйәр янғын частары тулыһынса махсус техника менән тәьмин ителгән. Яңы йылға тиклем Абҙаҡ янғын часына ла бер янғын-ҡотҡарыу техникаһы алыу ҡаралған. Иҫке техника ауылдарҙың ирекмән янғын һүндереү командаларына тапшырыласаҡ. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ун яңыянғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы. Янғын һүндереү машиналары Үрге Әүжән һәм Тирлән янғын частарын тулыландырҙы. Янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға яңы техника тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.