Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 18:40

Йәнә бер кешенең коронавирустан вафат булғаны билдәле

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәнә бер кешенең коронавирустан вафат булғанын хәбәр итте. Пандемия башланғандан һуң республикала коронавирустан үлеүҙең 52 осрағы рәсми раҫланған.

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәнә бер кешенең коронавирустан вафат булғанын хәбәр итте. Пандемия башланғандан һуң республикала коронавирустан үлеүҙең 52 осрағы рәсми раҫланған.
29 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 10 586 кеше сир йоҡторған. Һуңғы тәүлектә 85 кешелә вирус асыҡланған.
Әле COVID-19 диагнозы раҫланған 979 кеше дауалана: 209-ы – стационарҙа табиптар күҙәтеүендә, 770-е ауырыуҙы еңел үткәрә.
Был мәғлүмәттәргә пневмония менән сирләгәндәр индерелмәгән.
Башинформ.
Читайте нас: