Өфөлә "Ашығыс ярҙам" машинаһы Audi Q7 еңел автомобиле менән бәрелешкән.
Тиҙ ярҙам бригадаһы тейәлгән микроавтобус таңғы сәғәт 6-ларҙа Маршал Жуков һәм Новоженов урамдары киҫешкән урында аварияға тарыған - Audi Q7 менән бәрелешкән. Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
"Ашығыс ярҙам" машинаһының сигнал уттары ҡабыҙылған көйө Жуков урамы буйлап китеп барыуы, ә кроссоверҙың Новоженов урамынан елдереүе, бәрелешеүҙән медицина ярҙамы машинаһының ҡабырғаһына әйләнеүе билдәле.
Һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғаһында медицина хеҙмәткәрҙәре - 24 йәшлек егет еңелсә йәрәхәтләнгән, 59 йәшлек ҡатындың башы ныҡ бәрелеп, уны дауаханаға оҙатырға тура килгән, тип аңлатма биргәндәр ведомствонан.