Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 13:45

Ләйсән менән Марат - еңеүселәр!

Мәскәүҙә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәре асыҡланды. Бәйгеселәр илдең 29 төбәгенән ҡатнашты. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм Дөйөм Милләт Ҡунаҡсыллыҡ Индустрияһы Союзының уртаҡ проекты. Башҡортостандан конкурста ике кеше – Ләйсән Сөләймәнова менән Марат Нәсхетдинов еңде.

Мәскәүҙә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәре асыҡланды. Бәйгеселәр илдең 29 төбәгенән ҡатнашты. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм Дөйөм Милләт Ҡунаҡсыллыҡ Индустрияһы Союзының уртаҡ проекты. Башҡортостандан конкурста ике кеше – Ләйсән Сөләймәнова менән Марат Нәсхетдинов еңде.
– Мин еңеүемде белгәс, бик шатландым. Финалда проектымды онлайн яҡланым, бик ҙур ҡыуаныс, – тине Марат Нәсхетдинов.
Мараттың проекты – “Һәйбәт хәлдәр” беренсе милли стритфуды” – башҡорт аш-һыуын заманса интерпретациялау, башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм төбәктә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеү алымы. Егет проектын башҡа төбәктәргә лә таратырға теләй, был Башҡортостандың сит төбәктәрҙә танылыуын тәьмин итәсәк. “Конкурс яңы танышлыҡтар бүләк итте, тәжрибә һәм белем бирҙе. Үҙем өсөн яңы киңлектәр астым”, - ти ул.
Икенсе еңеүсе Ләйсән Сөләймәнова бәйгенең юғары кимәлен билдәләй. “Финалдың беренсе көнө мини-МВА-ға оҡшаш ине, шул тиклем ҡыҙыҡлы кейстар булды. Беҙ командабыҙ менән “На ощупь” тигән квест ойошторҙоҡ, уны бөгөндән алып тормошҡа ашырырға мөмкин. Ойоштороу юғары кимәлдә!”, – тине ул.
Ләйсән автор турҙары ойоштора һәм быны артабан үҫтерергә теләй. “Беҙҙең проекттарҙың береһе – “Стәрлебаштағы өләсәйҙә ҡунаҡта” агротуры. Мин уны киңәйтергә һәм франшиза булдырырға теләйем. Ошоға оҡшаш проектты Төмәндән ҡатнашыусы Елена исемле ҡатын да тормошҡа ашырыуын белдем. Кешеләрҙе тәүсығанаҡтарына, ауылдарға алып ҡайтҡан проекттар булыуы ҡыуандыра. Бөгөн был көнүҙәк”, – ти ул.
Ләйсән ҡунаҡсыллыҡ тармағында эшләгән башҡа кешеләрҙе лә ошо бәйгелә ҡатнашырға саҡыра. “Минең эҙләнеүҙәрем, ижадым ошондай юғары баһа алыуына бик шатмын. Был мине артабан эшләргә ҡанатландыра. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкмен. Бәйгене үҙегеҙҙең үҫеш булараҡ фаҙаланырға саҡырам”, – ти ул.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсы финалы Мәскәүҙә 28-30 октябрҙә үтте. Башҡортостандан унда туғыҙ кеше ҡатнашты. Улар мартта ойошторолған ярымфиналда еңеп сыҡҡайны.
Өс көн дауамында финалсылар төрлө һынауҙар үтте. Уларҙың эшлекле һәм шәхси сифаттары баһаланды, шәхси һәм төркөмдә төрлө бурыстар башҡарҙылар. Һәр һынауҙан һуң һәр кемдең рейтингы билдәләнде һәм иң күп балл йыйғандар еңеүсе тип табылды. Еңеүселәр билдәле рестораторҙар, ательерҙар һәм ҡунаҡсыллыҡ тармағында идарасыларҙы остаз итеп аласаҡ, шулай уҡ дәүләт власы органдары вәкилдәре менән эшләйәсәктәр.
Читайте нас: