Башҡортостанда өсөнсө тәүлек рәттән яңы коронавирус инфекцияһынан үлем осрағы теркәлә.
«Стопкоронавирус.рф» оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы тәүлектә тағы бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай итеп, COVID-19 пандемияһы башланғандан алып Башҡортостанда 56 кеше вафат булған.
Һуңғы тәүлектә ауырыу йоҡтороуҙың 95 осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 11 меңдән ашыу (11051). Хәҙерге ваҡытта 902 пациент яңы коронавирус инфекцияһынан дауалана. Уларҙың күпселеге – өйөндә.