Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһаны. Ауыл хужалығы тармағының уңыштары хаҡында Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Хәбәр ителеүенсә, 2020 йылда Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмен 4% арттырған. Иген етештереү 21% артҡан. Шулай итеп, ошо миҙгелдә бөтәһе 4, 038 миллион тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Был һуңғы 10 йылда күләм буйынса икенсе күрһәткес булып тора, тип билдәләне Хәбиров.
Аҡсалата иҫәпләгәндә етештерелгән продукцияның күләме 134,4 миллиард һум тәшкил иткән.
«Бөтәһе лә «йыл еңел булманы» тигән һүҙҙәрҙән арыны. Ләкин ауыл хужалығында, киреһенсә, һөҙөмтәләр яҡшы», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Ул аграрийҙарға рәхмәт белдереп, «ошондай ауыл хужалығы эшсәндәре менән беҙгә аслыҡ янамай» тип билдәләне.