Өфөнән спорт мастеры Алмаз Нагаев юниорҙар араһында ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы. «Тиҙлек» дисциплинаһында иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһен күрһәтеп, ул пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде.
Красноярскиҙа уҙған ярыштарҙа Башҡортостандан 19 спортсы ҡатнашты (Белореттан, Салауаттан һәм Өфөнән). Тиҙлектә команда — дүртенсе, ә тиҙлек, ауырлыҡ һәм боулдеринг дисциплиналарында һигеҙенсе урынды алды.
Әйткәндәй, Рәсәй беренселегендә республикабыҙҙан өс спортсы 2021 йылда илдең йыйылма командаһына инде. Өлкәндәр командаһында – Алмаз Нагаев, Артём Хәбибуллин, Эдуард Даукаев, үҫмерҙәрҙән – Камилла Ҡушаева, Олег Пермяков, Максим Дагаев.