Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 16:55

Коронавирус йоҡторғандар һаны 99-ға артты,йәнә бер үлем

Башҡортостанда уҙған тәүлектә COVID-19 йоҡторғандар һаны 99-ға артты, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Инфекциянан вафат булғандар тағы берәүгә артып, хәҙер 58 кеше тәшкил итә.

Башҡортостанда уҙған тәүлектә COVID-19 йоҡторғандар һаны 99-ға артты, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Инфекциянан вафат булғандар тағы берәүгә артып, хәҙер 58 кеше тәшкил итә.
6 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә коронавирус пандемияһы башланғандан алып 11 343 кешелә ошо диагноз раҫланған.
Пневмония менән сирләгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда, 760 кеше дауалана. 266 пациент – стационарҙа табиптар күҙәтеүендә, 494-е ауырыуҙы еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана.
Читайте нас: