Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 14:15

Талаптар ҡәтғи үтәлергә тейеш

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау һәм төбәк Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарының үтәлешен тикшереү маҡсатында, Роспотребнадзор, полиция һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлек әйләнәһенә эшләгән һатыу нөктәләренә, төнгө кафе һәм барҙарға, клубтарға рейдтар ойошторолдо.

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау һәм төбәк Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарының үтәлешен тикшереү маҡсатында, Роспотребнадзор, полиция һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлек әйләнәһенә эшләгән һатыу нөктәләренә, төнгө кафе һәм барҙарға, клубтарға рейдтар ойошторолдо. Бөгөнгө хәүефле шарттарҙа был ойошмаларға төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем эшләү тыйыла.
Рейд саралары штатлы режимда уҙа: бөгөнгө көндә биш тиҫтәгә яҡын объект тикшерелгән. Санитар нормаларҙы теүәл үтәмәгән, рөхсәт ителгән эш графигынан тайпылған ойошмаларға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән рәсми бойороҡ бирелде. Бындай тикшереүҙәр артабан да дауам итәсәк. Республика етәксеһенең ҡарары һанланмаған, талаптар үтәлмәгән осраҡта, штраф һалына.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо йылдың 28 октябрендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн юғары әҙерлек указына үҙгәрештәр индерелде. Халыҡҡа кеше күп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында, таксиҙа, автомобиль ҡуйыу өсөн тәғәйен ерҙәрҙә, лифтта, һатыу нөктәләрендә, финанс ойошмаларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә битлек һәм бирсәткә ҡулланыу мотлаҡ.
Фото: m.alterainvest.ru
Читайте нас: