2020 йылдың 1 декабренә тиклем ергә, транспортҡа, милеккә һалым түләргә тейешбеҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙең 1 декабргә тиклем бурысын ҡаплау өсөн финанс мөмкинлегенең булмауы ихтимал. Бына ошондай граждандар өсөн түбәндәге мәғлүмәттәр, моғайын, файҙалы булыр.
Һалым түләүҙәрен кисектереүгә хоҡуҡ ғариза яҙыу тәртибендә тормошҡа ашырыла. Быға – Рәсәй Һалым кодексының 64-се статьяһы нигеҙ. Тик бурысты ҡаплау ваҡыты 12 календарь айҙан артырға тейеш түгел, әммә был сәбәптәрҙең дә документтар менән раҫланыуы зарур. Мәҫәлән, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендәге матди зыян, бюджеттан күсерелгән аҡсаны билдәләнгән ваҡытта алмау, бурысты бер сумма менән түләгәндә көрсөктә ҡалыу ихтималлығы, ауыр матди хәл һәм башҡалар. Банк иҫәбе тураһындағы белешмә, килешеү күсермәләре, зыян тураһындағы акт һәм башҡалар был хәлгә дәлил буласаҡ. Ошо ҡарарҙы ҡабул итеү йәки баш тартыу тураһындағы ҡарар иһә 30 көн эсендә ҡарала.