Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 17:55

Һатыусыға бысаҡ менән ташланған

7 ноябрҙә Белоретта һатыусыға бысаҡ менән ташланған, кассанан аҡса урлаған ир тотолған. Енәйәт ҡылыу эҫе мәлендә асыҡланды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы.

7 ноябрҙә Белоретта һатыусыға бысаҡ менән ташланған, кассанан аҡса урлаған ир тотолған. Енәйәт ҡылыу эҫе мәлендә асыҡланды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы.
Кис полицияның дежур бүлегенә осраҡлы кеше шылтыратып, бәләгә тарыған һатыусының үҙе эшләгән магазинға хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырыу үтенесен еткерә.
Тәртип һаҡсылары күрһәтелгән адрес буйынса килгәс, шул асыҡлана: магазин ябылыр алдынан ғына бер әҙәм килеп инә һәм һыра һорай. Һатыусының арты менән әйләнеүе була, ир прилавка артына инеп, бысаҡ менән ҡатындың эсенә сәнсә, шунан һуң кассанан 18 мең һумды урлап алып, сығып ҡаса.
Яраланған ҡатынды тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Һөжүм итеүсе ирҙе, һатыусының һүҙҙәре буйынса танып, ҡулға алалар. Ул бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған 41 йәшлек ҡала кешеһе булып сыға. Һорау алыу барышында яман аҙымға барыуын ир ныҡ эскеһе килеүе менән аңлатҡан. Тикшереү барышында урланған аҡсаның бер өлөшө тартып алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: magadanpravda.ru
Читайте нас: