Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 14:05

Ҡош киҙеүе буйынса хәл көсөргәнешле

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Волга буйы һәм Урал федераль округтарында таралған ҡош киҙеүе буйынса хәл бик көсөргәнешле.

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Волга буйы һәм Урал федераль округтарында таралған ҡош киҙеүе буйынса хәл бик көсөргәнешле.
Сир усаҡтары беҙҙең яҡын күршеләребеҙ Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, шулай уҡ Ҡурған, Һарытау, Омск өлкәләрендә асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ҡурҡынысы ла ҙур. Ҡош киҙеүе Башҡортостан биләмәһенән ни бары 10 саҡрым алыҫлыҡта ғына.
Һуңғы көндәрҙә киң матбуғат сараларында был тема әүҙем күтәрелә башланы. Ошо йәһәттән Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин үҙенең кәңәштәрен бирҙе.
Ҡош киҙеүе ни тиклем хәүефле һәм, ысынлап та, илдә быға бәйле хәл шулай етдиме?
– Рәсәйҙә ҡайһы бер ҡоштар һәм йәнлек сирҙәре буйынса бик хәүефле хәл барлыҡҡа килде. Һуңғы ваҡытта ҡош киҙеүе буйынса хәл көсөргәнешле. Был – тиҙ таралыусан вируслы сир, уның менән ауыл хужалығы ҡоштарының бөтәһе лә ауырый. Инфекцияның хәүефе шунда: ул ҡотолғоһоҙ үлем осрағына килтерә, бик тиҙ тарала. Мәҫәлән, былтыр ил буйынса биш сир усағы асыҡланһа, быйыл - 75! Сирҙең күрше Силәбе һәм Татарстанда табылыуы беҙҙе ныҡлы әҙерләнергә мәжбүр итә. Һуңғы өс аҙнала Татарстандың дүрт районында сир усаҡтары табылған. Мәҫәлән, уның Мөслим районы беҙҙең Баҡалы районынан ни бары 10 саҡрым алыҫлыҡта. Быға тиклем сир хәүефеәллә ни ҙур түгел ине.
Әле ҡош киҙеүе Башҡортостан биләмәһенә инмәһен өсөн ниндәй саралар күрелгән?
5 ноябрҙә онлайн тәртибендә райондар менән республика кәңәшмәһе үткәрҙек. Сарала район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, ҡошсолоҡ хужалыҡтары етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары һәм ветеринария станцияһы начальниктары ҡатнашты. Кәңәшмә ваҡытында сирҙе индермәү өсөн тәү сиратта нимә эшләргә кәрәклеген эҙмә-эҙлекле аңлаттыҡ. Бөгөн хәлде бик иғтибарлы мониторингларға һәм бер хәүефле осраҡты ла йәшермәҫкә кәрәк. Тағы шуныһы хәүефле: әле ҡырағай ҡоштар йылы яҡҡа осоп киткән мәл, сир уларға ла күскән. Һәм улар сирҙе төбәктәр буйлап тарата. Шуға күрә һәр кем инфекцияға шиге булһа, шунда уҡ ветеринария станцияһына хәбәр итергә тейеш. Бының өсөн төбәктә "ҡыҙыу бәйләнеш" эшләй башланы, 8 800 77 55 828 телефоны буйынса һәр кем бушлай шылтырата ала.
Сирҙе таратмау өсөн халыҡҡа төп кәңәштәрегеҙ ниндәй?
– йорт ҡоштарын тышҡа сығарып йөрөтмәҫкә;
– ҡырағай ҡоштарҙан, шул иҫәптән күгәрсен, ҡарға һәм турғайҙарҙан алыҫ торорға;
– тере ҡош, билдәһеҙ етештереүсенән ҡошсолоҡ тауарҙары һатып алмаҫҡа;
– һыуыҡтар төшкәнен көтмәй һуя һалырға;
– ауырыуҙарын асыҡлаһағыҙ, шунда уҡ ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә.
Инфекцияның клиник билдәләре: ашауҙан баш тартыу, температураһы күтәрелеүе, ҡоштарҙың ҡырылыуы.
Әлеге ваҡытта был инфекция тураһындағы мәғлүмәтте ауыл, урамдар, райондар эсендә бер-берегеҙгә хәбәр итеп, сирҙән һаҡланырға.
Фото: www.botanichka.ru
Читайте нас: