Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 11:30

Һалымды ваҡытында түләгеҙ

2020 йылдың 1 декабрендә физик шәхестәргә 2019 йыл өсөн мѳлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләү ваҡыты етә. Һалым инспекцияһы граждандарға һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын ебәреүҙе тамамланы.Әгәр һеҙ фатир, йорт, ер бүлеме, автомобиль йәки башҡа төр мөлкәт хужаһы булып та, почта аша һалым түләүе тураһында белдереү ҡағыҙы килмәһә, ул саҡта уны үҙегеҙгә барып юлларға кәрәк булыр. Һалым түләүе тураһында белдереүҙе шәхесте раҫлаусы документ арҡылы һалым инспекцияһында йәиһә күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.

2020 йылдың 1 декабрендә физик шәхестәргә 2019 йыл өсөн мѳлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләү ваҡыты етә. Һалым инспекцияһы граждандарға һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын ебәреүҙе тамамланы.
Әгәр һеҙ фатир, йорт, ер бүлеме, автомобиль йәки башҡа төр мөлкәт хужаһы булып та, почта аша һалым түләүе тураһында белдереү ҡағыҙы килмәһә, ул саҡта уны үҙегеҙгә барып юлларға кәрәк булыр. Һалым түләүе тураһында белдереүҙе шәхесте раҫлаусы документ арҡылы һалым инспекцияһында йәиһә күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.
Һалым иҫәпләмәһен шулай уҡ “Физик шәхестәр ѳсѳн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервисы йәки “Физик шәхестәрҙең һалымы” мобиль ҡушымтаһы аша ҡарарға һәм түләргә була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, электрон документ әйләнешенән баш тартмаған Шәхси кабинет менән ҡулланыусыларға һалым белдереүҙәре тик электрон рәүештә генә ебәрелә. Шәхси кабинеттың паролен онотҡан осраҡта, яңы паролде һалым инспекцияһында йәиһә күп функциялы үҙәктә теркәү картаһына ғариза яҙып алырға мөмкин.
Һалымды яҡында урынлашҡан банк йә почта бүлегендә, түләү терминалдарында, шулай уҡ һалым түләүсенең Шәхси кабинеты йәки мобиль ҡушымта аша онлайн режимда түләргә була.
Мөлкәт һалымы йәиһә уның иҫәпләмәһе йәһәтенән һорауҙар килеп тыуғанда, Рәсәй һалым хеҙмәтенең www.nalog.ru сайтындағы “ Һалым белдереүҙәре 2020” интерактив битен асып ҡарарға мөмкин.
Һорауҙарға үҙаллы яуап таба алмағанда иһә һалым инспекцияһына шәхсән мөрәжәғәт итә йәки 8-800-222-22-22 телефон һандарын йыйып, бәйләнеш-үҙәккә шылтырата алаһығыҙ.
Һалым түләү өсөн бер айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Был эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай әле үк түләп ҡуйыу мотлаҡ.
Һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итеү өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй. Учреждение дүшәмбе, шаршамбы көндәре - 9.00-18.00, шишәмбе һәм кесаҙна - 9.00-20.00, йома 9.00-16.45 сәғәттәрҙә эшләй. “Инспекцияға онлайн яҙылыу” Интернет сервисы аша яҙылғандар тәү сиратта ҡабул ителә.
Фото: proletarskoe.ru
Читайте нас: