Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 11:35

Ил һәм ғаилә терәктәре

Өс гүзәл зат, өс эске эштәр органы хеҙмәткәре, өс майор... Эльвира Нәғимова, Лилиә һәм Рания Кучуковалар - оҙаҡ йылдар Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегендә лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән гүзәл заттар.

Өс гүзәл зат, өс эске эштәр органы хеҙмәткәре, өс майор... Эльвира Нәғимова, Лилиә һәм Рания Кучуковалар - оҙаҡ йылдар Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегендә лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән гүзәл заттар.
Күп йылдар дауамында хеҙмәт көнөн бер бүлмәлә үткәреү, әллә күпме асылған енәйәт эштәре генә түгел, погонлы ханымдарҙы туғанлыҡ ептәре лә берләштерә. Уртаҡ хеҙмәт менән бер рәттән уртаҡ таныштар, уртаҡ дуҫтар, уртаҡ туғандар, хатта өсәүһенә уртаҡ атай исеме – Зариф берләштерә уларҙы.
Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегендә штатта 328 хеҙмәткәр иҫәпләнһә, шуларҙың 70-кә яҡыны - ир-аттар менән бер рәттән хеҙмәт юлы үткән гүзәл ханымдар. Татьяна Яҡупова етәкселек иткән тәүтикшереү бүлегендә ике тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәрҙең дә яртыһы тиерлек ҡатын-ҡыҙ. Инйәр ҡыҙы Эльвира Зариф ҡыҙының да, ата-әсәһе сығышы менән Белорет районынан булған Йылайыр ҡыҙҙары - Лилиә һәм Рания Зариф ҡыҙҙарының да эске эштәр органдарында эшләүҙәренә тиҫтә йыл да булып киткән. Нәҫелендә халыҡ комиссары, эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре булған Эльвира Нәғимова Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлағандан һуң, күп уйлап тормай, Белорет эске эштәр бүлегенә эшкә килә. Ул 1994 йылдан бирле эске эштәр органында хеҙмәт итһә, шуның 7 йылы иһә тәүтикшереү бүлегендә. Лилиә Зариф ҡыҙы ла ошо уҡ институттың юриспруденция факультетын уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын эске эштәр бүлегендә башларға баҙнат итеп яңылышмай, майор дәрәжәһенә еткән өлкән тәүтикшереүсе 16 йылға яҡын ошо бүлектә эшләй. Ә Рания Зариф ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын уҡып бөткәндән һуң, 2007 йылда апайы артынан эске эштәр бүлегенә эшкә килә, ситтән тороп Эске эштәр министрлығы мәктәбендә белемен камиллаштыра.
Күп йылдар дауамында ярайһы уҡ бай тәжрибә туплаған, үҙ эштәренең оҫталары булған погонлы тәртип һаҡсылары - тәүтикшереүселәр тейешле сараларҙы һәр ваҡыт еренә еткереп башҡарырға тырыша. Һанай китһәң, әле һыуынып та өлгөрмәгән эҙҙәр буйынса асылған төрлө енәйәт, урлашыу осраҡтарын асыҡлау, мутлыҡ эшләүсене фашлау, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә, рөхсәтһеҙ ҡорал һәм атыу припастары һаҡлауға кәртә ҡуйыу, талау, машина урлау, мутлашыу, кеше туҡмау, вандализм, аҡсаны үҙ мәнфәғәтенә тотоноу, эскән килеш ҡабаттан транспорт менән идара итеү, рөхсәтһеҙ, лицензияһыҙ спиртлы эсемлектәр, акцизһыҙ тауар һатыу кеүек әллә күпме ауыр булмаған енәйәт эштәренең осона сығыу, эҙенә төшөү ҙә ошо гүзәл заттар иңенә ята. Кешеләр менән уртаҡ тел таба, ҡайһылыр осраҡта психолог та була белеү, төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу ҙа эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһелер.
Тынғыһыҙлыҡ һәм яуаплылыҡ көслө, талаптар юғары. Эшеңдә тәжрибәле, намыҫлы хеҙмәткәр булыу менән бер рәттән, һөйөклө ҡатын һәм өлгөлө әсә булырға ла өлгөрөргә кәрәк әле гүзәл заттарға. Район ауылдарына бер нисә көнгә эш буйынса сығып киткәндә һәр ваҡыт ярҙамға килерлек, арҡаңды ныҡлы терәрлек, балаларыңды ҡалдырырлыҡ атай-әсәй, тормош юлдашы, туғандар булғанда эш тә еңелерәк, бер нисә көн өйҙә булмауың да һиҙелмәй үтеүен тәүтикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә гүзәл заттар, яҡшы аңлай. Лилиә Зариф ҡыҙының тормош юлдашы полицияла эшләгәс, уның эше ниндәй икәнен белә. Полицияның айырым ротаһының мобиль взводы командиры Дамир Сабитов та 24 йыл ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған бит. Эльвира Зариф ҡыҙының улы Динислам (хәҙер инде үҙе студент), Лилиә Зариф ҡыҙының Элина ҡыҙы, Рания Зариф ҡыҙының улдары Азамат, Салауат та бәләкәстән үҙаллылыҡҡа өйрәнеп, әсәйҙәренең эшен аңлап-белеп үҫәләр.
- Хеҙмәтебеҙ ваҡыты менән саялыҡ, ныҡышмалыҡ талап итә, әммә гүзәл зат бар мәғәнәһендә гүзәл зат булырға ынтылырға тейеш. Беҙҙең ҡатмарлы, ябай булмаған эшебеҙҙә тик түҙемле, сыныҡҡан хеҙмәткәрҙәр генә эшләй алалыр. Йылдан-йыл енәйәттәрҙең арта барыуы ла эште ҡатмарлаштыра. Бигерәк тә эскән килеш руль артына ултырғандарҙың арта барыуы күңелде ҡыра. Күп осраҡта бер үк кеше Енәйәт кодексын боҙа. Мутлашҡандар тоҙағына эләккәндәрҙең бермә-бер артыуы күҙәтелә. Бер ваҡытта ла эш урынында тик кенә ултырырға ирек бирмәй енәйәт ҡылыусылар, уларҙың ҡорбандары булыусылар. Төркөм менән ҡала-районға йыш сығабыҙ, - тиҙәр тәүтикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Эльвира Нәғимова, Лилиә һәм Рания Кучуковалар.
Ҡатмарлы, көндән-көн енәйәттәр артҡан заманда йәшәйбеҙ. Ә шулай ҙа ғүмерҙәребеҙҙе ышанып тапшырырҙай, беҙҙе яҡларҙай, енәйәттәрҙе асырҙай тәртип һаҡсылары булғанда күңелебеҙ тыныс. Тәртип һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Читайте нас: