Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 14:05

Ковид-госпиталдәргә - башҡорт балы

"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе башлаған "Табиптарға рәхмәт" акцияһы сиктәрендә республиканың ковид-госпиталдәренә башҡорт балы таратыласаҡ. "Беҙҙең хәстәр" үҙәге ирекмәндәре уны тарата башланы.

"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе башлаған "Табиптарға рәхмәт" акцияһы сиктәрендә республиканың ковид-госпиталдәренә башҡорт балы таратыласаҡ. "Беҙҙең хәстәр" үҙәге ирекмәндәре уны тарата башланы.
– Акция башланыу менән республиканың 36 медицина учреждениеһына сәй йыйылмалары тапшырҙыҡ, уларҙы өс меңдән ашыу хеҙмәткәр алды. Акцияны киңәйтергә һәм 500 килограмм сифатлы башҡорт балын да өләшергә булдыҡ. Әйҙә беҙҙең табиптар үҙҙәренең һаулығын нығытһын, – тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
"Табиптар тураһында хәстәр менән" проекты координаторы Евгений Мельников аңлатыуынса, бал банкаларын ошо көндәрҙә республиканың бөтә ковид-госпиталдәренә алып барасаҡтар. Уларҙың һаны – 38, 14-е Өфөлә урынлашҡан.
Татлы күстәнәсте Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының "ҡыҙыл зона" табиптары алып ҡыуанды ла. Бында 21 һауыт шифалы бал килтерелгән. Шулай уҡ өс һауыт Туҡай урамындағы хәрби госпиталгә һәм 12 банка республиканың клиник онкология диспансерына алып барып еткерелгән.
– Әле беҙҙең стационарҙа 200 пациент ята. Өс сменала эшләйбеҙ. Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Тап ошондай ваҡыттарҙа коронавирус менән көрәштә үҙебеҙҙең яңғыҙ түгел икәнлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Был беҙгә барыһы ла яҡшы буласаҡ тигән ышаныс һәм өмөт бирә, – тине республика клиник дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар госпитале етәксеһе Гөлшат Фәтҡуллина.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".
Читайте нас: