Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 18:30

«Ҡәйнә телендә» йөк машинаһы юл ситенә осҡан

Башҡортостанда «ҡәйнә телендә», Белорет-Өфө автомобиль юлында, 11 ноябрҙә «Валдай» йөк машинаһы юл ситенә осҡан.

Башҡортостанда «ҡәйнә телендә», Белорет-Өфө автомобиль юлында, 11 ноябрҙә «Валдай» йөк машинаһы юл ситенә осҡан.
Был участкала бәйләнеш булмағас, водитель ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алмаған. Уның ҡарауы, социаль селтәрҙә эргәнән үтеп барған кешеләр водителдең бәләгә осрауы хаҡында хәбәр иткән. Мәғлүмәт махсус хеҙмәттәргә ебәрелгән һәм улар шунда уҡ ярҙамға ашыҡҡан.
Ваҡиға урынына Инйәр ҡасабаһының янғын һүндереүселәре, «Башкиравтодор» предприятиеһының Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре килгән. Сибайҙан Өфөгә китеп барған йөк машинаһы водителе һауа шарттарын иҫәпкә алмаған һәм юл ситенә осҡан.
Юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә зыян күрмәгән. Водителгә тейешле ярҙам күрһәткәндәр, автомобилен соҡорҙан сығарғандар.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: