Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 11:30

М-5 «Урал» трассаһын 4 һәм 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған онлайн-конференцияла Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе Алан Марзаев 2024 йылға М-5 «Урал» трассаһының 100 саҡрымдан ашыуы 4 һәм 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәген һөйләне. Башҡортостанда уның дөйөм оҙонлоғо 307 саҡрым тәшкил итә, шуның 89 саҡрымы ғына талаптарға тап килә.

Трасса илдә иң тығыҙ юлдарҙың береһе һанала. Тәүлегенә 50 меңгә тиклем автомобиль үтеп китә.
Шулай уҡ Алан Марзаев ни өсөн республикала уҙыу өсөн ҡаршы хәрәкәт итеү һыҙатына сығырға кәрәк булған хәүефле 2 һыҙатлы юл участкаларын киңәйтмәүҙәрен аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, әле бөтә юлдарҙы ла бер үк ваҡытта дүрт һыҙатлы итеү мөмкинлеге юҡ.
“Ә ниңә Белорет юлдары әле һаман ике һыҙатлы булып ҡала?” тигән һорауға: “Барлыҡ юлдарҙы ла I категорияға индереп булмай”, – тип яуап бирҙе министр.
Даими эш алып барыла, Росавтодор юлдарҙың тығыҙлығын анализлауҙан сығып реконструкцияға сират булдыра.
Читайте нас: