Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 15:10

Район-ара перинаталь үҙәгенә - реанимобиль

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы Башҡортостан Республикаһының «Балаларҙың һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, шул иҫәптән уларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заман инфраструктураһын булдырыу» төбәк программаһы сиктәрендә 6,7 млн. һумлыҡ реанимация автомобиле алды.

Яңы тыуған сабыйҙарға тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү, реанимациялау өсөн тәғәйенләнгән реанимобиль балаларҙы ташыу өсөн аппаратура, етлекмәй тыуған һәм ауырыу сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу, сит мөхит йоғонтоһонан һаҡлау өсөн махсус камера-инкубатор (кувез) менән йыһазландырылған. Шулай уҡ тиҙ ярҙам машинаһы үпкәне яһалма елләтеү, инфузион һәм тын юлдарын санациялау өсөн электр насостары, мөһим функцияларҙы күҙәтеү мониторҙары, дарыу препараттары, бәләкәй пациентҡа кәрәкле башҡа аппараттар һәм ҡорамалдар менән комплектланған.
Статистика буйынса, реанимацион-интенсив ярҙам һәр унынсы сабыйға тиерлек талап ителә. Уларҙы ауыр осраҡтарҙа сабыйҙарҙы һәм етлекмәй тыуған балаларҙы дауалау өсөн махсуслаштырылған бүлексәләре булған перинаталь үҙәктәргә күсерергә тура килә. Автомобиль Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларын һәм Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарын хеҙмәтләндергән район-ара перинаталь үҙәгендә эшләй.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: