Республика синоптиктары ял көндәренә, 14 и 15 ноябргә, һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 8-13, айырым райондарҙа 15-20 градус һыуыҡ. Көндөҙ — 6-11 градус.
Йәкшәмбе яуым-төшөм юҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеп, талғын.
Һауа температураһы төндә — 13-18, урыны менән 20-25 градус һыуыҡ. Көндөҙ — 8-13, көнсығыш райондарҙа 18 градусҡаса һалҡын.
Бөгөн Башҡортостанда көн аяҙлы-болотло була. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡтан секундына 8-13 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — 2-7 градус.