Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 18:05

Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды

Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды. Уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкләй.

Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды. Уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкләй.
Үҙәк «Торатау» конгресс-холында урынлашҡан. Үҙәк медицина ойошмаларына ярҙамға халыҡҡа оператив косультация биреү өсөн булдырылды.
«Үҙәк халыҡтың мөрәжәғәттәрен кәметер тип ышанабыҙ. Уларҙың аңлайышлы мәғлүмәт алырға мөмкинлеге булыр», — тип билдәләне Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
«Шылтыратыуҙар ҡабул иткән операторҙарҙан тыш, структурала медицина эксперттары бар. Улар – оператив рәүештә профессиональ кимәлдә шылтыратыу ҡабул итеп, эшкәртә һәм тейешле ярҙам күрһәтә алған Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, доценттар, ассистенттар, федераль медицина ойошмалары, Роспотребнадзор, Росздравнадзор, Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре», — тине Римма Үтәшева.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Тәнәфес һәм ял көнө юҡ. Республиканың барлыҡ райондары өсөн берҙәм телефон номеры — 8 (347) 218-19-19.
Башҡа хеҙмәттәрҙең ҡыҙыу элемтә номерҙары ла эшләй:
— 1301 – табипты өйгә саҡыртыу;
— 103 – ашығыс ярҙам саҡыртыу;
— 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, әтүлек әйләнәһенә) — коронавирус инфекцияһы һорауҙары буйынса;
— 8-800-201-89-03 – изоляцияла ултырған 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтереү.
Читайте нас: