Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 12:05

Башланған эш - бөткән эш

Иман бар ерҙән ырыҫ-бәрәкәт китмәҫ, ти халҡыбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа бер-бер артлы ғибәҙәт йорттарының ҡалҡыуы йәшәйешебеҙҙе нисектер ҡотайтып, йәмләндереп ебәрҙе. Эйе, халыҡтың үҙ иҫәбенә мәсет төҙөтөп, төйәк иткән ерендә аҙан тауышын яңғыратыуы, дингә тартылыуы, ысынлап та, мәслихәт күренеш. Хөсәйен халҡын берләштергән изге ғәмәл дә ауылда иман йортон төҙөтөүҙән ғибәрәт. Рәйлә һәм Рауил Иҫәнғужиндарҙың башланғысы арҡылы тормошҡа ашырылған был һауаплы эште барыһы ла дәррәү элеп алған.

- Рауил Алсынбай улының күптәнге ниәте ул мәсет һалдырыу. Бының өсөн махсус рәүештә ағас бирмәгәстәре, уны кәртә-ҡура өсөн тип юллап, өмәләп йығып, бәләкәй булһа ла бураһын буратып, күтәреп ҡуйҙылар. Халыҡтан аҡса йыйыу ойошторолманы, әммә йүнсел, булдыҡлы егеттәребеҙгә ҙур рәхмәт - матди ярҙамды үҙҙәре үк тәҡдим итте. Таҡта ярыу эше менән шөғөлләнгән Илнур Төхвәтуллин атлы эшҡыуар рәшәткә, бағаналар биреп, эшсе ҡулдар ебәреп, мәсетте кәртәләтеүҙе ойошторһа, Имран исемле ир-аҙамат йорт ҡыйығын ябырға таҡта менән тәьмин итте. Ә инде Ришат Мөхәмәтйәров тигән дәртле, игелекле ауылдашыбыҙ ишек-тәҙрәләрҙе ҡуйҙыртыуҙы үҙ өҫтөнә алды; нигеҙ күтәргәндә кранлы машинаһы менән дә ҙур ярҙам күрһәтте. “Белорет” ҡулланыусылар кооперативы директоры Динара Миһранова ла үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы - иҙән, түбәне шаллау өсөн буяу бирҙе, - ти ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Рәйлә Нурулла ҡыҙы.
Ауылдаштарына ла рәхмәттәре сикһеҙ Иҫәнғужиндарҙың - ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, өмәләрҙән ситтә ҡалған кеше булмаған.
- Хөсәйендәр элек-электән дәррәү, уңған халыҡ - изге башланғыстарҙы барыһы ла хуплап-йөпләп кенә тора. Мобиль ҡушымтала дөйөм чат аша хәбәрләшеп, тәғәйен ваҡытҡа йәһәт кенә йыйылып та ҡуябыҙ. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем беҙҙә - йәштәр ҙә, ололар ҙа берҙәй тырышлыҡ һалды, - ти өмәселәрҙең береһе Фәйрүзә Ғаззалова.
Тәҙрә-ишектәре ҡуйылып, мейесе сығарылып, эстә буяу эштәре тамамланһа ла, мәсетте асыу тантанаһын Хөсәйен ауылы халҡы икенсе йылға ҡалдырған. Алла бойорһа, донъялар ипләнгәс, июнь айында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороп, бер юлы иман йортон да рәсми рәүештә асырға ниәтләйбеҙ, тиҙәр улар. Мәсет менән етәкселек итер, халыҡты дини юлға әйҙәр йәштәр ҙә юҡ түгел икән бында. Хәйер, ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән хөсәйендәрҙе байтаҡ эштәр көтә әле. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай әруахтар йортон сүп-сарҙан таҙартыу, зыяратты кәртәләү кеүек изге бурыстарҙы атҡараһы бар. Бында ла һынатмаҫ, моғайын, ауылдаштар.
Эйе, бәндәләрҙең рухын, иманын нығытыр, киләсәккә инанысын арттырыр Аллаһ йорттарының ошондай берҙәм көс, теләктәшлек арҡылы һалыныуы бөгөнгө ҡаршылыҡлы замандың бер мөғжизәһе төҫлө. Тимәк, кешелектең үҙ асылына ҡайтып, тик яҡшылыҡты ғына яндаш итеп йәшәренә өмөт бар.
Читайте нас: