Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 13:10

Батыр данын мәңгеләштереп

Быйыл тәүгә билдәләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөндә ҡаланың Тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында “Генерал-майор Шайморатов” исемле күргәҙмә комплекс асылды. Тарихи сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин ҡатнашты.

Музей директоры вазифаһын ваҡытлыса атҡарыусы Наталья Евгеньевна Попкова билдәләүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тарафынан төбәк муниципалитеттарына күргәҙмә комплекстар әҙерләнгән.
Өс өлөштән торған планшетта батырлығы, саялығы, оҫта етәкселек итеүе менән дан алған ҡаһарман ватандашыбыҙҙың тормошон, эшмәкәрлеген сағылдырған фотоһүрәттәр, уның орден-миҙалдарының күсермәләре урын алған. Комплекс шулай уҡ герой тураһында өс фильм - “Еңеү һыбайлыһы”, “Генерал Шайморатов”, “Шайморатовтың үлеме” тигән документаль картиналар яҙылған флеш-карталы телевизор менән тәьмин ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыр олуғ дата алдынан ил Президенты Владимир Путин, ниһайәт, тарихи ғәҙелһеҙлеккә нөктә ҡуйғайны - 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында немец илбаҫарҙарына ҡаршы тиңһеҙ батырлыҡтар ҡылған яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа 2020 йылдың 30 мартында Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Экспозиция менән танышыу барышында Илнур Әхмәтшин башҡарыуында “Шайморатов генерал” йыры яңғыраны, герой тураһында фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелде.
Читайте нас: