Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда республика халҡының 36,5% гриптан прививка яһатҡан.
Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы теркәлә. Яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән, уларҙың 300 меңдән ашыуы – балалар. Прививка кампанияһы дауам итә.
Хәҙер республикала грипп теркәлмәй, киҫкен респиратор сирҙәр күп. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр итте ведомство.