Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 19:00

Комбинатҡа – яңы ҡорамалдар

Белорет металлургия комбинаты 220 млн. һумлыҡ дүрт сым һуҙыу машинаһын монтажлауға тотондо. Улар 2021 йылдың беренсе кварталында эшләй башлай.

Белорет металлургия комбинаты 220 млн. һумлыҡ дүрт сым һуҙыу машинаһын монтажлауға тотондо. Улар 2021 йылдың беренсе кварталында эшләй башлай.
Ҡорамалдар металлургия комбинатына Рәсәйҙә Сәнәғәт үҫеше фонды ярҙамы менән ҡорос сым-канат етештереүҙе модернизациялау проекты сиктәрендә һатып алынған. Уның дөйөм хаҡы - 1,5 млрд. һум, шуның 750 млн. һумы Сәнәғәт үҫеше фондың ташламалы займы.
Комбинатҡа сым һуҙыу ҡорамалдарының икенсе партияһы 2021 йылдың беренсе һәм өсөнсө кварталында килтерелә. Цехтарҙы модернизациялау 2023 йылдың декабрендә тамамлау планлаштырылған. Mario Frigerio S.p.A. итальян компанияһы етештергән яңы машиналарҙы комбинаттың сым һуҙыу цехтарында урынлаштырыу ҡаралған. Ҡорамалдар комбинат эшселәренең хеҙмәтен уңайлы итеп кенә ҡалмай, яңы сым һуҙыу станының етештереү ҡеүәтен дә йылына 13 мең тоннаға тиклем еткерәсәк.
Читайте нас: